Өфөлә беренсе тапҡыр «Креатив индустриялар сәғәте» үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған сарала республикала креатив индустрияны үҫтереү фондын ойоштороу, уның ярҙамында яңы проекттарҙы асыу һәм үҫтереү һорауҙары ҡаралды. Креатив индустриялар - иҡтисадтың интеллектуаль йүнәлешендә үҫешкән яңы проект. Был тармаҡ дизайн, мода, кинематография, әҙәбиәт , киң мәғлүмәт саралары, гастрономия, музыка, архитектура кеүек өлкәләрҙәге заманса проекттарҙы берләштерә. Креатив индустриялар фонды капиталы 50 млн һумға иҫәпләнгән. Республика ярҙамын реестрға теркәлгән эшҡыуарҙар һәм юридик ойошмалар конкурс нигеҙендә аласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ