Бөгөн Өфөлә «Башҡортостан Геройҙары» программаһының сираттағы этабы старт алды. Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампуста онлайн-әңгәмәне уңышлы үткән махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары йыйылған. Һайлап алыуҙың бөтә этаптарын уңышлы үткән 70 кеше белем биреү программаһында ҡатнаша аласаҡ.
Программала ҡатнашыусылар республиканы үҫтереү идеяларын әле үк тәҡдим итә башланы. Сөнки сираттағы этап бурыстарының береһе шулай ине. Тест һәм әңгәмәне уңышлы үткән Илнур Ҡарабулатов һөнәре буйынса уҡытыусы. булһа ла, хәрби юлды һайлаған. Төрлө ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән. Бөгөн ул Әбйәлил районында социаль координатор булып эшләй. Хәҙер республиканың идара итеү командаһына эләгеп, төбәкте күтәреүҙә үҙ өлөшөн индерергә ниәтләй.
Төбәк проекты Радий Хәбиров тәҡдиме менән 24 февралдә ойошторолдо. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора. «Башҡортостан Геройҙары» программаһы еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ дәүләт һәм коммерция компанияларына эшкә урынлаштырыласаҡ.



