Аҡбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Лесогорье коттедж ҡасабаһындағы йорттар быйыл тапшырылырға тейеш булған. Әммә, төҙөлөш нигеҙҙә килеш туҡтап ҡалған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Азат Солтанбәковтың хыялындағы йорто быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Әммә, эш һаманғаса нигеҙҙән юғары күтәрелмәгән.
Хыялдағы йорт та сағыу рекламалағы кеүек матур тәбиғәт мөйөшөнән һайланған. Тик ғаиләнең ҡасан күсеп сығасағы билдәһеҙ. Сөнки, Аҡбирҙе ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған Лесогорье коттедж ҡасабаһында Солтанбәковтар кеүек тағы ла 12 ғаилә алданған.
Килешеү төҙөлгән компаниянан халыҡ тулы яуап ала алмай. Йә ул буш вәғәҙәләрғә ҡоролған, йә телефондан шылтыратыуға бөтөнләй яуап юҡ . Етмәһә, ойошма теркәлгән рәсми адресаттан алтаҡталар ҙа алынған. Бәхеткә, офиста халыҡтан ғаризалар ҡабул иткән башҡарма директор үҙ урынында булып сыҡты. Тик, уның менән һөйләшеү ҙә ишеген бикләүҙән ары китмәне.
Алданған халыҡ ярҙам һорап яуаплы органдарға коллектив мөрәжәғәт итергә уйлай. Артабан эш судҡа барып етеүе ихтимал
Азат Ғәлиуллин



