Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа һәләтле уҡыусылар тәбрикләнде

Тантанала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ижади эштәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә республиканың төрлө мөйөштәренән уҡыусылар ҡатнашҡан. Улар үҙҙәренең рәсемдәре һәм иншаларын тәҡдим иткән. Бүләкләү тантанаһына балалар остаздары менән бергә килде.

Конкурстың финал этабына 200-ләп эш сыҡҡан. Еңеүселәрҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв ҡотлап, уларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Йәш авторҙар үҙҙәренең эштәрен башлыса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарына арнаған. Һүрәттәр һәм иншалар махсус йыйынтыҡта донъя күрәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ