Уның ҡулында орсоҡ бейеп тора, теген машинаһы ла ватылмай, көйлө эшләй. Оҫта ханым хатта ҡағыҙҙан торбалар төрөп буяп, мөғжизә тыуҙыра. Һуңғы өйрәнгән шөғөлө -аҫалы балаҫтар һуғыу. Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүсе Флүзә Бикташеваның ҡул эштәренә БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова һоҡланды.
Теген машинаһы артында йорт хужабикәһе Флүзә Салауат ҡыҙы. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе, колхозда һауынсы, склад мөдире вазифаларында намыҫлы эшләп 12 йыл элек хаҡлы ялға сыҡҡан. Хаҡлы ялдағы ханым, ваҡыттың бер минутын да әрәмгә үткәрмәй, төрлө һөнәрҙәр-халыҡ кәсептәрен үҙләштерә.
Һуңғы ике йылда Флүзә Салауат ҡыҙы ныҡлап аҫалы балаҫтар һуғыу менән мәшғүл. Быйыл Әлшәй районында уҙғарылған «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» республика конкурсында ҡатнашҡан, былтыр Орловка ауылында уҙған фестивалдә иһә заманса ҡарашы өсөн махсус диплом менән бүләкләнгән.
Флүзә Салауат ҡыҙына балаҫ һуғыу буйынса тәүге оҫталыҡ дәрестәрен Фәһимә Хәлил ҡыҙы уҙғарған. Боронғо халыҡ кәсептәрен өйрәнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар отҡорлоғо, фантазияһы менән көндән-көн яңы үрҙәр яулай, тип ҡыуана остаздары.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй , тигәндәй, оҫта бөгөн ирешелгәндәр менән генә туҡталып ҡалмай һарыҡ йөнөн дө эшкәртеп, тәбиғи төҫтәрҙән аҫалы балаҫтарҙы күпләп етештерергә ниәтләй.
Балаҫ һуғыусы оҫта рәссам, эстет булырға, иҫәп-хисапты ла яҡшы белеүҙән тыш, нағыштар тарихы хаҡында ла хәбәрҙар булырға тейеш. Аҫалы балаҫтың биҙәге башта шаҡмаҡ дәфтәргә төшөрөлә, һуңынан ваҡ тешле ҡылыс һәм тәпелдеккә аяҡтар менән баҫып балаҫ һуғыла.
Гүзәл Борханова




