Яҡташтарыбыҙ команда зачетында беренсе урын яуланы. Чемпиондарҙы оло ҡаҙанышы менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар еңел атлетика, шашка, өҫтәл теннисы буйынса көс һынаша.
Башҡортостан командаһын физкультура уҡытыусыһы Сергей Алещенков әҙерләй. Балалар һаңғырау һәм насар ишетеү менән бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сағыу тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә, иҫ киткес рух һәм ихтыяр көсөн күрһәтә. Һәм был барыбыҙ өсөн дә яҡшы өлгө булып тора. Мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәренә тормошта иң изге һәм ҙур бәхет теләйем. Беҙ, әлбиттә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышасаҡбыҙ. Был беҙҙең иң мөһим бурысыбыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



