Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында Көрәй батыр иҫтәлегенә «Мәргән уҡсы» ярышы үтте

Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылының һабантуй яланында бишенсе тапҡыр Көрәй батыр иҫтәлегенә «Мәргән уҡсы» ярышы үтте. Майҙанға төрлө район-ҡалалар һәм күрше өлкәләләрҙән «Мәргән уҡсы» ойошмаһына ҡараған 70-тән ашыу уҡсы сыҡты.

Үрге Яйыҡбайҙа үткән «Мәргән уҡсы» иң таһыллыларҙы билдәләне. Ярышҡа Силәбе өлкәһе, республиканың төрлө райондарынан, Сибай, Магнитогорск, Белорет, Учалы, Баймаҡ ҡалаларынан 70‐тән ашыу уҡсы йыйылды. Улар мәргәнлеген 50 метр алыҫлыҡта Көмбәҙ сәбенә тигеҙеү буйынса шәхси беренселектә көстәрен һынаны, шулай уҡ командалар араһында ла ярыш үтте. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың милли кейемдә сығыш яһауы сараға үҙәнсәлек өҫтәне.

Уҡ менән ян ‐ элек ата‐бабаларыбыҙға яуға йөрөү, һунар итеү ҡоралы булһа, хәҙер иһә уҡтан атыу айырым спорт төрөнә ҡарай. Белорет ҡалаһынан килгән Айгөл Ғәлиуллина был спорт төрө менән 4 йыл шөғөлләнә. Уңыштары ла етәрлек. Ике йыл элек Башҡортостан Чемпионатында 70 метрға атып 1 урын алыуға өлгәшә. Тормош иптәше менән Белорет ҡалаһында уҡсылар хәрәкәтен ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнашалар.

Йыраҡ араларға ҡарамай турнирға был спорт төрөн һөйөүселәрҙең күпләп килеүе ҡыуандырҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, «Мәргән уҡсы» хәрәкәтенә ҡушылыусылар ҙа йылдан-йыл арта. Бәйгеселәрҙе Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары концерт номерҙары менән дәртләндерҙе. Уҡсылар өсөн тирмәлә төшкө аш ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ