Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй художестволар академияһы президенты Василий Церетели һәм танылған архитектор Александр Мирианашвили менән осрашыуҙа билдәләне. Һәйкәл экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылды. Академия белгестәре объектты реставрациялау буйынса консультатив ярҙам күрһәтәсәк.
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға иң көслө белгестәр йәлеп ителә. Барлыҡ эш йәмәғәт контроле күҙәтеүендә була, ти Рәсәй художестволар академияһы президенты Василий Церетели.
Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда ҡуйылған. Уның ауырлығы 40 тоннанан ашыу, бейеклеге ун метр.




