Алғы һыҙыҡтағы Ватан һаҡсыларына тыл ярҙамы

Ошо маҡсатта Архангел районы халҡы 2022 йылдың сентябренән алып ирекмәндәр штабына берләшкән. Тиҫтәнән ашыу ауылда халыҡ күмәк көс менән маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре етештерә, яу яланындағы хәрбиҙәргә кәрәкле материалдар һатып алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа.Әлеге ваҡытта 35-се гуманитар ылау оҙатылған.

Архангел районында йәшәгән халыҡ һәм ирекмәндәр тарафынан 36-сы тапҡыр гуманитар конвой алғы һыҙыҡҡа 7 подразделение яугирҙарына оҙатылған. «Нива» автомобиле, мотоциклдар , мунса мейестәре, автомобиль майҙары, бөтәһе лә хәрбиҙәрҙең заказы буйынса тупланған. 428-се полкка иһә генараторҙар, рациялар, поуербанктар, янғын һүндереү пушкалары, респираторҙар ебәрелгән.

Ҡыҙыл Еҙем ауылының мәҙәниәт йорто бинаһында маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫтахана буш торғаны юҡ. Бында тиҫтәләгән ирекмән ҡатын-ҡыҙ алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ваҡытын да,йөрәк көсөн дә йәлләмәй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһен дә Еңеүгә булған ышаныс берләштерә.

Ҡыҙыл Еҙем ауылы ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары йөҙөнсө маскировка селтәрен үргән. Күңел йылыһы һалынған селтәрҙәрҙе улар изге теләк менән алғы һыҙыҡтағы ил һаҡсыларына тапшыра.

Орловка ауылы мәҙәниәт йортонда ҡулдарына сигеү тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға шлем аҫтынан кейеү өсөн селтәр башлыҡтар бәйләй. Был изге ғәмәлдәр барыһы ла яу яланында һалдаттарға уңайлы булһын өсөн эшләнелә.

Майшәмдәр етештереү эше лә күптән инде яйға һалынған. Бөтмөр ирекмәндәр тарафынан маскировка селтәрҙәре өсөн таҫмалар ҙа алдан хәстәләнә.

Ҡолас етмәҫлек маскировка селтәрҙәре тиҙҙән сираттағы гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа һалдаттарға ебәреләсәк. Яугирҙарға тыл шарттарында ярҙам ҡулы һуҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтәһен дә бер маҡсат- Еңеүгә ышаныс берләштерә.

Архангел районының 12 ауылында ирекмәндәр отряды эшләй. 120-нән ашыу кеше фронт һыҙығындағы яугирҙарға ярҙам итеүҙе һуңғы туптар тынғансы, илгә Еңеү яулағансы туҡтатмаясаҡбыҙ тиҙәр.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ