Ҡаһармандар юлы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән сираттағы йыйынтыҡ донъя күрҙе. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышынан махсус хәрби операцияға тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотҡан әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә алған. Китап билдәле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ғиззәтуллинаның баш һүҙенән асыла. Артабан, Талха Ғиниәтуллин, Ибраһим Абдуллин, Таңсулпан Ғарипова, Әмир Әминев кеүек һәм башҡа билдәле яҙыусыларҙың ата-олатайҙарыбыҙ һәм замандаштарыбыҙҙың ҡаһарманлығын сағылдырған хикәйә-повестары менән дауам итә.
Әйткәндәй, «Ҡаһармандар юлы» 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә «Китап-Байрам» III Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә тәҡдим ителәсәк. Форум сиктәрендә исем туйын да уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ киң тамашасыға йыйынтыҡтың аудиоформаты ла сығарыла. Китапҡа ингән ҡайһы бер әҫәрҙәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Морат Рафиҡовтың тауышы менән яҙҙырылған




