Республика халҡының 60 проценттан ашыуы «Башҡорт ихаталары» сифатынан ҡәнәғәт

Бөгөн Өфөлә халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләре һәм инфраструктураға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Улар Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының төҙөкләндереү буйынса эшсе төркөмө ултырышында ҡаралды. “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, республикала 6 йыл эсендә мең ярымдан ашыу йорт алды биләмәһе төҙөлкәндерелгән.

Ултырыштан һуң, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Өфөнөң Рихард Зорге урамындағы ихаталарҙа ремонт эштәренең сифатын тикшерҙе. Рейд барышында айырыуса иғтибар асфальт түшәме, парковка урындары, балалар һәм спорт майҙанысҡтары, ял биләмәләренә бирелә. Бынан тыш, инвалидтар һәм башҡа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булыу иҫәпкә алына. Июнь аҙағына тиклем улар 5 ҡалаға һәм 15 районға барасаҡ. Эшсе төркөм вәкилдәре әйтеүенсә, “Башҡорт ихаталары” йортта йәшәүселәрҙе берләштерә, матурлыҡты һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ башҡа конкурстарҙа ҡатнашырға этәргес бирә. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, программа оҙайтылды. Быйыл 44 муниципалитетта 98 ихата яңыртыласаҡ. Ошо маҡсатта миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ