Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары - 2025» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары- 2025» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров еңеүселәрҙе ҡотлап конкурс республиканың юғары стандарттар төбәге икәнлеген билдәләй, тине.

Быйыл конкурс 25-се тапҡыр уҙғарыла. Унда ике тиҫтә йыл рәттән тауарҙарын тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Мәләүез һөт-консерва комбинаты, «Башспирт» компанияһы , Янғантау шифаханаһы, «НЕфаз» кеүек гиганттар оҙаҡ йылдар конкурс еңеүселәре иҫәбендә. Тәүҙәрәк етештереү секторы ғына ҡатнашһа, һуңғы йылдарҙа хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе, шәхси эшҡыуарҙар ҙа әүҙемленк күрһәтә. Быйыл конкурсҡа 105 предприятие 167 төр продукция өлгөһө һәм хеҙмәттәр тәҡдим иткән. Уларҙың 150- һе еңеүселәр исемлегендә. Улар араһында бал етештереүселәр, икмәк бешереүселәр ҙә бар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ