“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ир-егеттәр хеҙмәт итә. Семен Атласов Саха республикаһынан. Алғы һыҙыҡта ул Яҡут ҡушаматын һайлаған.
Скала ҡушаматлы яугир Яңауыл районынан. “Башҡортостан” полкының Даян Мурзин батальонында хеҙмәт иткән. Ҡаты яраланған. Әммә иптәштәре янына кире килгән. Әле ул полк водителе.
“Башҡортостан” полкы бер нисә хәрби берләшмәнән тора. Республика башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов белдереүенсә, ул иң данлыҡлы ғәскәр һанала.




