Башҡортостанда быйыл 190-ндан ашыу рәсми пляж асыла

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, 63 район һәм ҡала һыу буйында ял итеү урындары булдырыла. Ҡомлоҡтар 1 июндән эшләй башлай. Бындай урындар махсус йыһазландырыла һәм ҡотҡарыусылар даими һаҡта була. Республикала йыл башынан һыуҙа 8 кеше һәләк булған. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡтағы Ашҡаҙар йылғаһында һыу ингәндә бер бала батып үлгән.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл 190-ндан ашыу рәсми пляж асыла
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ