Биш йылда 680-дән ашыу фермер һәм ауыл хужалығы кооперативы дәүләт ярҙамы алған. Грант һәм субсидия аҡсаһы 4 мең 200 техника һәм ҡорамал, 10 мең баш мал, 2 мең күс, 7 мең ярым үҫенте өсөн тотонолған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл агросәнәғәт комплексында бәләкәй бизнесҡа ярҙам өсөн 430 миллион һум ҡаралған.




