Башҡортостан уҡыусыларының 50 проценттан ашыуы профилле математиканы һайлаған

Башҡортостанда сығарылыш уҡыусыларының яртыһынан күбеһе профилле математиканы һайлаған, йәмғиәтте өйрәнеү предметына 34, информатикаға 27 процент өҫтөнлөк биргән. Өфөнөң 45-се мәктәбендә берҙәм дәүләт имтиханы барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова күҙәтте.

Өфөнөң 45-се мәктәбе алдында иртәндән ғәҙәти булмаған йәнлелек. Бындай яуаплы көндә һуңлап ҡалыу мөмөкин түгел. Әммә ваҡытынан алда эскә үткәрмәйҙәр, балалар ихатала йыйылып тәғәйен ваҡытты көтә. Балалар тулҡынланыуын йәшермәй. Өфөнән Азамат Тимерғәлиев тарихтан берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра, йыл буйы әҙерләндем ти ул.

Уҡыусылар ғына түгел, педагогтар ҙа тулҡынлана. Балаларҙың килёсәге хәл ителә, хыялдары тормошҡа ашһын, теләгән уҡыу йорттарына инеп яратҡан һөнәрен үҙләштерһендәр, ти 40 йылға яҡын мәғариф системаһында эшләгән Рәмилә Юлдашбаева

Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү тәртибе элеккесә, уҡыусылар металл эҙләү ҡоролмаһы аша үтә, кабинеттарҙа видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған. Ойоштороусылар быйыл сығарылыш уҡыусыларына сюрприз да әҙерләгән.

Үҙгәрештәр күҙәтеүселәргә генә ҡағыла. Быйыл тәүгә мониторинг өсөн уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр йәлеп ителә. Бының өсөн алдан аккредитация үткәрелгән. Шулай уҡ өс ситуация үҙәге булдырылған, мең ярымдан ашыу йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләйәсәк. Ойоштороусыларҙың төп бурысы балаларға имтихандар тапшырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Тарих фәне менән сағыштырмаса әҙәбиәттән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыусылар әҙерәк. Бында күберәк гуманитар йүнәлеште һайлаған балалар йыйылған. Уҡысылар әйтеүенсә, әҙәбиәттән имтиханды тапшырыу ауыр, граматиканы белергә лә, китапты күп уҡырға ла кәрәк.

Башҡортостан башлығы указына ярашлы, берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйып республика юғары уҡыу йорттарына ингән уҡыусыларҙы 150 мең һумлыҡ премия көтә. Уларҙың педагогтарына ла матди дәртләндереү сараһы, 50 мең һум күләмендәге түләү ҡаралған. Былтыр премияға 155 уҡыусы һәм 118 уҡытыусы лайыҡ булған. Берҙәм дәүләт имтихандарына старт бирелде, иртәгә иһә уҡыусыларҙы һуңғы ҡыңғырау байрамы көтә.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ