Өфө-Шафран маршруты буйынса тимер юлында экологик рейд үтте

Өфө-Шафран маршруты буйынса тимер юлында экологик рейд үтте. Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан бүлегендә рейдтар ай һайын ойошторола. Уның төп маҡсаты - рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе асыҡлау. Сираттағы тикшереүҙе беҙҙең ижади төркөм күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Автомотрис, йәки махсус состав рейдҡа сығырға әҙер. Куйбышев тимер юлы хеҙмәткәрҙәре алында Өфө-Шафран маршруты буйынса йөрөп сығыу, айырыуса бысранған урындарҙы асыҡлау, тимер юлдары, станциялар эргәһендәге тәртипте тикшереү маҡсаты тора.

Өфөнән ҡуҙғалған составтың тәүге туҡталышы «Ағиҙелдең уң яҡ яры» станцияһына тиклемге урында. Тимер юлы эргәһендә шәхси сектор урынлашҡан. Быға тиклем бында көнкүреш һәм хужалыҡ ҡалдыҡтарынан өйөлгән сүп-сар тауҙары була. Район хакимиәте менән берлектә сүплек таҙартыла, ағас-ҡыуаҡтар ҡырҡыла, контейнерҙар урынлаштырыла. Әле тимер юлы эргәһендәге биләмә яҡшы сифатта. Рейдта ҡатнашыусыларҙың сәфәре дауам итә.

Бысраҡ урындар, башлыса, шәхси секторҙар биләмәһенә тура килә. Рөхсәт ителмәгән сүплектәр санитар шарттарға тура килмәй, янғын хәүефен тыуҙыра. Шулай уҡ поезд тәҙрәһе аша асылған күренеш матур, таҙа булырға тейеш, тигән фекерҙә тимер юлы хеҙмәткәрҙәре. Был маҡсатта рейдтар ғына түгел, төрлө акциялар ҙа үтеп тора. Кисә, мәҫәлән, Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан бүлексәһе «Таҙа уйын» форматында Дим станцияһы эргәһен тәртипкә килтергән. 23 хеҙмәткәр 800 килограмдан ашыу сүп-сар йыйған.

Айырым урынды һайлап, уны таҙалау буйынса бурыстар ҡуйҙыҡ. Сараны уйын форматында, командаларға бүленеп ойошторҙоҡ. Ҡалдыҡтарҙы быяла, ҡағыҙ кеүек сорттарға бүлеп йыйҙыҡ. Сүп-сарҙы тапшырып, акциянан төшкән аҡсаны хәйрә фондына күсерҙек.

Евгений Мельников, Куйбышев тимер юлдарының баш инженеры урынбаҫары

Йыл башынан алып республикала 9 экологик рейд ойошторолған, улар барышында 60 ҡағиҙә боҙоу осрағы, 21 сүплек асыҡлана. 27 хакимиәткә тимер юлдарына яҡын урынлашҡан биләмәләрҙе таҙартыу кәрәклеге тураһында хат ебәрелә. Рөхсәт ителмәгән сүплектәр исемлеге төҙөлгән. Быйыл Куйбышев тимер юлдары бүлексәһе һәм урындағы үҙидаралыҡ көстәре менән 6 сүплек юҡ ителә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ