Өфөлә башҡорт телендә китаптар уҡыу марафоны еңеүселәре тәбрикләнде

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын күтәреү фондтары тарафынан ойошторолған конкурста 15 еңеүсе билдәләнде. Марафон шарттары буйынса ҡатнашыусылар сентябрҙән мартҡа тиклем тәҡдим ителгән китаптарҙы уҡып сығып, был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙырға тейеш ине. Китаптарҙың исемлеге республика милли китапханаһы төҙөгән «Башҡорт мотлаҡ уҡырға тейеш йөҙ китап» проекты нигеҙендә төҙөлгән, унда заман әҙиптәренең әҫәрҙәре лә индерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ