Ҡала мәҙәниәт һарайындағы сара аншлаг менән үтте. Быйыл коллектив Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәй мәҙәниәттәренең берҙәмлегенә арналған махсус программа тәҡдим итте.
«Офицерҙар» хор йырының премьераһын тамашасылар баҫып тыңланы. Миҙгелдең тағы бер премьераһы - ҡалмыҡ бейеүе. Был миҙгелдә коллектив «Беҙ - Рәсәй» федераль проекты буйынса, Татарстанда һәм Төмән өлкәһендә гастролдәрҙә уңышлы сығыш яһай. Өфө сәхнәһендә ансамбль йыл эсендә әҙерләгән иң яҡшы һәм тамашасы яратҡан номерҙары менән сығыш яһаны. Ижади миҙгел аҙағына яҡынлашһа ла, алда мирастарҙы күләмле форумдар һәм республика саралары, шулай уҡ Ҡырым буйлап гастролдәр көтә




