Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан менән бер рәттән сәнәғәт производствоһының тотороҡло күрһәткестәренә өлгәште. Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге әҙерләгән доклад йомғаҡтары буйынса ошондай һығымта яһалды. Эш 2025 йылдың яҙында Рәсәй субъекттарында сәнәғәт производствоһы торошон анализлауға арналған. Белгестәр билдәләүенсә, субъекттарҙағы хәл уларҙың сәнәғәт буйынса махсуслашыуына ныҡ бәйле. Докладтан күренеүенсә, Башҡортостандың сәнәғәт производствоһы өлкәһендә алдынғы позицияһы төбәк власының һөҙөмтәле төҙөгән иҡтисади сәйәсәте менән бәйле
Докладта билдәләнеүенсә, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостан менән Татарстандың уңышы, сәнәғәт производствоһын үҫтереүҙең һөҙөмтәле инструменттарын ҡулланыуға бәйле. Атап әйткәндә, предприятиелар өсөн льготалы займдар бирелә, аныҡ тармаҡтарға ярҙам программалары эшләнә һәм индерелә. Властарҙың сәнәғәтте диверсификациялау, традицион тармаҡтарҙы ғына түгел, ә һанлы технологиялар кеүек яңы тармаҡтарҙы үҫтереү ынтылышы ла мөһим роль уйнай.



