Башҡортостанда юлдар яңырыуы туристик ағымға этәргес бирә

Республика юл инфраструктураһының яңырыуы төбәк туризмы үҫешен дә яйға һала. Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында алып барылған төҙөлөш эштәре урындағы тәбиғәт һәйкәлдәренә юл аса. Архангел районының Абҙан шарлауығы ял көндәрендә генә туғыҙ меңләп кешене ҡабул итә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Ағиҙел аша һалынған күперҙә капиталь ремонт. Төҙөлөш йылғанан 24 метр бейеклектә алып барыла. Хәйер, юлсылар өсөн көндөң болоҡһоп тормауы мөһим. Ямғыр һыуҙары ағып төшһөн өсөн дренаж системаһын урынлаштырыуҙың да үҙ яйы.

Капиталь ремонт план буйынса алып барыла. Төҙөлөш материалдарын килтереүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Плитәләр алмаштырылған, бетон түшәү тамамланыу алдында. Әйткәндәй, быйыл республикала «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 709 метр оҙонлоҡтағы 10 күпер норматив талаптарға ярашлы яңыртыласаҡ. Улар туристик объекттарға алып барған юлдарҙа, төп юл селтәрҙәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан.

Күпер менән бергә, Ҡырмыҫҡалыла юлдар ҙа яңыртыла. Илтирәк ауылы эргәһендәге участкала, мәҫәлән, эш графиктан алда бара. Был участкала ремонт тамамланыуға, Ҡарлыман ауылы эргәһендәге юл үткәргесте төҙөкләндереүгә тотонасаҡтар.

Юл инфраструктураһы төҙөклөгө төбәк туризмына ыңғай йоғонто яһай . Архангел районындағы Абҙан шарлауығына илткәне мәҫәлән, туристарҙа ҙур һорау менән файҙалана. Бында шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә генә 9 меңләп кеше ял итә.

Беҙҙең туристик база республиканың үҙәгендә урынлашҡан. Өфөнән ни бары 80 саҡрым алыҫлыҡта. Халыҡ араһында Абҙан шарлауығы эргәһендәге тау Көньяҡ Уралдың төньяҡ нөктәһе тип йөрөтөлә. Юл инфраструктураһының яңыртылыуы һөҙөмтәһендә туристар ағымы тағы ла артасағына өмөт ҙур.

Лада Сәмиғуллина, ҡунаҡ йорто етәксеһе

Әйткәндәй, бөгөн Абҙан шарлауығы эргәһендә генә тиҫтәләп туристик база урынлашҡан. Теләгән һәр кем күңеленә оҡшаған ял итеү майҙансығын таба ала. Тирмәнән кәрәҙ итеп төҙөлгәненә тиклем бар. Яҡын арала Инйәр йылғаһы буйында ғаилә глэмпингтарынан тыш, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ойошмалар ҙа ҡалҡып сығасаҡ. Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ