Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө ихтималлығына бәйле хәл йәмәғәт күҙәтеүенә алынасаҡ, айырым совет булдырыла. Был турала бөгөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев менән осрашыуында билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципалитет биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө планлаштырылған. Әлегә баҡыр ятҡылығын геологик өйрәнеү өсөн лицензия алынған. Биләмәләге запастар яҡынса 1 млн тонна тәшкил итә тип күҙаллана. Осрашыу сиктәрендә предприятие етәкселегенә урындағы халыҡты борсоған һорауҙар еткерелде, инвестиция проектына бәйле ауылдарҙа аңлатыу эшен көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Бар мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш.
Предприятие район үҫеше тураһында социаль-иҡтисади килешеү төҙөйәсәк. Производствоға 40 миллиард һум инвестиция һалыу, халыҡ өсөн 1500 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Инвестор иҫәбенә белгестәр әҙерләү ойошторола. Муниципалитетҡа йүнәлтеләсәк һалым түләүҙәре 26 млрд һумға етер тип фаразлана, был аҡса урындағы инфраструктура үҫешен тәьмин итәсәк.



