Башҡортостанда студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестры асылды

Өфөнөң Аксаков паркында үткән байрамда һәр отрядҡа хеҙмәт урындарына юллама тапшырылды. Йәштәр байрамында республиканың бөтә студент отрядтары ҡатнашты. Быйыл республиканың студент отрядтары хәрәкәте ун йыллығын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә унда ҡатнашыусылар һаны алты меңгә тиклем артҡан. Йыл аҙағына күрһәткесте 9 меңгә еткереү бурысы ҡуйылған.

Йәйге хеҙмәт осорона йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн 64 миллион һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителгән. Әлегә ике меңгә яҡын студент махсус уҡыуҙар үтеп, һөнәр үҙләштергән, май аҙағында сираттағы курстар башлана. Йәштәр шулай уҡ мәшғүллек үҙәктәре аша социаль контракт нигеҙендә өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә лә эйә. Бөгөн Башҡортостанда барлығы 112 студент отряды уңышлы эшләп килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ