Үҫмерҙәр өсөн өр-яңы проект! «Тамыр»телеканалының мөһим йүнәлеше - үҫеп килеүсе быуынды патриотик яҡтан тәрбиәләү. Шуға ла»Бишек» коммерция булмаған ойошмаһы менән берлектә йәш тикшеренеүселәр өсөн билдәле башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимов исемендәге «Асыш» медиапроекты ойошторолдо. «Родина» кинотеатрында Баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн күренекле ғалимдар тураһында документаль фильмдарҙың исем туйы үтте.
Премьера алдынан ҡунаҡтар «Ғалимдар Аллеяһы» менән танышты. Бындағы мәғлүмәтте алып артабан балалар ҡыҙыҡлы квестүтте. Һәр һорауға дөрөҫ яуап биргәндәр магистр тип иғлан ителде, приздар алып ҡыуанды. Был көндө балалар тәүгеләрҙән булып тәбиғәт фәндәре өлкәһендә мөһим асыштар яһаған һәм бөтә ил үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән башҡорт ғалимдары тураһында документаль фильмдар шәлкемен ҡараны.
Йәш тамашасыларға иҫәпләү техникаһы генийы, беренсе электрон иҫәпләү машинаһын уйлап тапҡан күренекле ғалим - Бәшир Рәмиев менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нефть өсөн арзан реагент сығарған ғалим Мәғрифә Мәүлетова тураһында фильмдар тәҡдим ителде.
Премьеранан һуң балалар кино тәнҡитселәре ролендә фильмдар тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, проект авторҙары менән аралашты. Уларҙың һорауҙарына режиссер Әҙилә Һунарғолова, сценарий авторы Гөлфиә Раянова, ҡуйыусы оператор Руслан Бикбаевтар ҙур теләк менән яуап бирҙе.
«Асыш» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Артабан был документаль фильмдар төрлө майҙансыҡтарҙа, мәктәптәрҙә күрһәтеләсәк. Экран әҫәрҙәрен шулай уҡ аҙна һайын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» телеканалы эфирында ҡарарға мөмкин була.




