Михайловтар ғаилә династияһы ойошторған агрохужалыҡта бойҙай, арпа, һоло, гәрсис, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, етен сәсеү маҡсаты тора. Сәсеү миҙгеленә ҡеүәтле ойошмала баҫыу техникаһы яңыртылған, сифатлы орлоҡтар һатып алынған. Агарийҙар орлоҡтарҙы һайлағанда үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирелә. Ғәмүмән, Бишбүләк районы сәсеү майҙаны буйынса иң ҙур биләмәләрҙең береһе һанала. Быйыл урындағы эшсәндәр 90 мең гектарҙа сәсеү эштәре алып бара.



