Каникул сағыу үтһен өсөн. Хәйбулла районында йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек йылдам бара. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» лагеры мәктәп уҡыусыларының яратҡан урындарының береһе. 3 июндән унда беренсе смена старт аласаҡ, лагерҙа барлығы 145 бала ял итер тип күҙаллана. Айырыуса иғтибар аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләлә үҫкән һәм махсус хәрби операция яугирҙары балаларына бирелә.
Лагерҙа ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, атап әйткәндә, пляж, ашхана, спорт һәм уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған. Йәйге каникул осоронда Хәйбулла районының дөйөм белем биреү ойошмаларында 3 мең ярым бала өсөн ял ойошторола. 27 майҙан көндөҙгө лагерҙар эшләй башлай.



