Быйылғы уҡыу йылын республикала 16 мең ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамланы. Тантаналы линейкаларҙа уҡытыусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла һуңғы ҡыңғырау сыңы. Уҡыусылар хәҙер инде туған йортҡа әйләнгән белем усағы менән хушлаша. Өфөнөң 21-се лицейында ойошторолған тантаналы линейкала сығарылыш класс уҡыусылары ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы байрам программаһы менән ҡыуандырҙы.
Өфөлә сығарылыш класс уҡыусылары Ленин майҙанында йыйылды. Үҫмерҙәр Сәғәт фонтаны алдында фотоға төшөп, вальс бейене. Баш ҡала майҙансыҡтарында 4500 уҡыусы һуңғы ҡыңғырыу байрамын билдәләне.
Алда сығарылыш класс уҡыусылары өсөн яуаплы осор. Рәсәйҙә 23 майҙан Берҙәм дәүләт имтихандары кампанияһы башланды. Быйыл Башҡортостанда 17 мең уҡыусы имтихан тапшыра.
Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау байрамы республика район-ҡалаларында ла байрамса кәйефтә үтте.Тантаналы линейкала Шаран ауылы уҡыусылары бүләкләнде. концерт программаһы ойошторолдо. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ҡыңғырау сыңы ғәҙәти күренеш булһа ла, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн ул айырым мәғәнәғә эйә.
Флорида Ким



