Әбйәлил районында экологтар, биологтар һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә абруй ҡаҙанған белгестәр халыҡ менән осрашты. Район үҙәге Асҡарҙа йәштәр йортонда ла ирҙәр ҡоро уҙҙы. Был хаҡта турылаҡ киләһе яҙмала.
Әбйәлил районы халҡы өсөн - «Салауат» ятҡылығында баҡыр мәғдәнен сығарыу буйынса карьер һәм комбинат төҙөү мәсьәләһе көнүҙәк. Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, академик, профессор Вил Тимербулптов етәкселегендәге ғалимдар төркөмө Буранғол, Ташбулат, Асҡар ауылдарынада халыҡ менән осрашты. Тирә-яҡ мөхиткә карьерҙан зыян булмаҫмы, әсәр һыу, тере тәбиғәткә тәьҫире ниндәй кимәлдә? Район йәшәйеше өсөн борсолған әүҙем халыҡтың барлыҡ һорауҙарына ғалимдар тулы һәм төплө яуаптар бирҙе.
Район үҙәге Асҡарҙа йәштәр йортонда иһә Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғасҡаров әүҙем ир-егеттәр менән осрашты. Зариф Байғусҡаров Дәүләт Думаһының экология комитеты буйынса ағзаһы булараҡ, халыҡты борсоған мәсьәләләр хаҡында хәбәрҙар.Файҙалы ҡаҙылмалар сығарылған ерҙәрҙе рекультивациялау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса федераль ҡануниәткә яҡын арала индереләсәк үҙгәрештәрҙе тикшереү тәҡдимен дә индерҙе.
2020 йылда миңә Әбйәлилдәр мөрәжәғәт итте. Ҡыртытауҙа радиация хаҡында борсолоу белдерә ине халыҡ. Мәсьәләне асыҡлау өсөн Оборона министрлығына рәсми хат яҙҙым. Ҡырҡтытауҙа бер ҡасан да радиактив ҡалдыҡтар күмелмәне, тигән яуап алдым. Рәсми хат миндә бар. Бөгөн был турала йөкмәткеле һөйләшеү булды. Бер-беребеҙҙе ишекттек.
Әбйәлил ир-егеттәре өсөн йорт төҙөү өсөн ағас алыу, утын бүлеү, урмандан ҡоро, йығылған ағастарҙы сығарыу мәсьәләһе көнүҙәк. Бынан тыш ҡырағай хайуандарҙы атыуға рөхсәт алыу, ауылдарҙа берәҙәк эттәрҙең артыуы, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре лә асыҡтан-асыҡ һөйләшелде. Районда бала табыу йорто, морг бөтөрөлөп, халыҡ 100 саҡрым Белорет дауаханаһына йөрөй. Йыйылған социаль мәсьәләрҙең хәл ителешен район халҡының йәшәү кимәлен күтәрергә ынтылыусы «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә көслө инвестор булараҡ үҙ яуаплылығына алырға әҙер.
Гүзәл Борханова



