Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһының уҡыу йорттары командалары хәрби‐спорт ярышында ҡатнашты. Уны “Дозор” ил сиге һаҡсылары ветерандары ойошторҙо.
Йыл да ҡаланың мәктәп уҡыусылары һәм студенттары араһында “Ватан” хәрби‐спорт ярышы үтә. Уны ойоштороуҙы райондың ил сиге һаҡсыларынан торған “Дозор” ойошмаһы ветерандары үҙ иңенә алған. Һәм ул традицион рәүештә Пограничниктар көнө алдынан үткәрелә. Ҡасандыр Рәсәйҙең ҡораллы көстәренә алынып сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдаттар үҫеп килгән быуында физик һәм патриотик яҡтан тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Урал аръяғы агро‐сәнәғәт колледжында студенттарыың хәрби әҙерлегенә етәкселек ҙур иғтибар бүлә. Был уҡыу йортонда күберәк ир‐егеттәр һөнәр алыуын иҫәпкә алып кадет төркөмө булдырылды. 2 курс студенты Ғайсар Абдрахманов ике йыл эсендә колледжда үҙенә кәрәкле һөнәр алыу менән бергә яҡшы физик әҙерлек үтеүе менән дә ғорурлана.
Раушания Рәхимова



