Башҡортостанда физик шәхестәрҙең үҙйөрөшлө машиналарын һәм прицептарын техник тикшереү бара

Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында ойошторолған семинар-кәңәшмәгә Урал аръяғының 6 муниципалитетынан дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы вәкилдәре һәм трактор хужалары йыйылды. Быйылғы тикшереүгә 18 транспорт сараһы килтерелгән.

Билдәле булыуынса, тракторҙар һәм үҙйөрөшлө машиналар ауыл хужалығында төп роль уйнай, фермерҙар өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы булып тора. Әммә ватыҡ техниканың хәүеф сығанағы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Шуға ла йыл һайын инспекторҙар ошо ваҡытта ауылдарҙа техник тикшереү ойоштора. Процедураны уңышлы үткән хужаларға таныҡлыҡ тапшырыла. Ҡалғандарға етешһеҙлекте бөтөрөүгә 20 көн ваҡыт бирелә. Киләһе техник тикшереү Атингән ауылында үтәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ