Быйыл еңел атлетика буйынса күләмле сара 9-сы йыл рәттән ойошторола. Забег.РФ - илдә иң ҙур спорт сараларының береһе. Быйыл ул Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы. Стартҡа 3 мең 800 кеше сыҡты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
9-сы тапҡыр ойошторолған халыҡ-ара ярым марафонда меңәрләгән кеше старт һыҙығына баҫты. Уҙған йылдан айырмалы , был юлы һауа торошо юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн уңайлыраҡ, ти ҡатнашыусылар.
Спорт байрамы ҡатнашыусылары баш ҡаланың тарихи урамдары буйлап йүгерҙе. Дистанцияны һәр кем үҙ көсөн иҫәпкә алып һайланы. 1, 5 һәм 10 километр йүгерергә, йәки ярым марафон үтергә лә мөмкин ине. Старт һәм финиш урыны, ғәҙәттәгесә, Салауат Юлаев майҙанында, ләкин маршрутҡа бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән.
Өфөләге ярым марафонда иң етеҙе - Владимир Надежкин. Ул 21 саҡрым йүгереп, финишҡа беренсе булып килде.
Финалға килеп етеүсе һәр кем - еңеүсе, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла миҙал менән бүләкләнде. Күтәреңке кәйеф өсөн ирекмәндәр яуаплы.
Спорт байрамы тәүге тапҡыр 2017 йылда ойошторолғайны, әлеге ваҡытта ул күләмле интернациональ сараға әүерелде. Бөгөн уға ер шарының 45 проценты ҡушылды.
Сара сиктәрендә сираттағы тапҡыр «Йүгерәм - ярҙам итәм» хәйриә акцияһы үтте. 50-гә яҡын ҡатнашыусы берләшеп балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн 700 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. «Забег. РФ» һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең йүгереүсе баш ҡалаһы һайланасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



