Башҡортостан Рәсәй төбәктәренә иген һатыуҙы икеләтә арттырҙы

Быйыл ауыл хужалығы предприятиелары 182 мең тоннанан ашыу тауар оҙатҡан. Был турала Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Беҙҙең республика игенен һатып алыусылар ҙа күбәйгән, продукция 21 төбәккә экспортланған. Беҙҙән башлыса бойҙай, арпа, борсаҡ, арыш, көнбағыш һәм етен алғандар. Уҙған йылдың тәүге айҙарында Башҡортостан Рәсәй төбәктәренә 90 мең тоннаға яҡын иген оҙатҡан.

Фото №1 - Башҡортостан Рәсәй төбәктәренә иген һатыуҙы икеләтә арттырҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ