Башҡортостан яугирҙары сираттағы хәрби бурысын үтәргә китте

Ике аҙналыҡ ялдан һуң Башҡоротостандан мобилизацияланыусы ир-егеттәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы тантаналы оҙатыу «Өфө-арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.

Мобилизацияланыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Республика хәрби комииссариатының хәрби-патриотик эш буйынса бүлек етәксеһе Альберт Ғилманов тәбрикләне.Һалдаттарға Ватан именлеген яҡлап күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, хәрби уңыштар, Еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләне. Ҡыҫҡа ял мәлендә яугирҙар ғаиләләре, туғандары менән бергә ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан. Улар тыуған ерҙән рухи күтәреңкелек, көс алған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ