Башҡортостандан Донбассҡа 150-се юбилей ылауы оҙатылды

Яугирҙар өсөн адреслы ярҙам Республика Башлығы ҡушыуы буйынса тупланған. Гуманитар конвойҙы йыйыуҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәте, дәүләт органдары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ярҙам күрһәткән. Махсус хәрби операция башланғандан алып республиканан алғы һыҙыҡҡа 17 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам ебәрелгән.

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам 5 йөк автотралына, 6 автофургонға тейәлде.150-се юбилей конвойы ла яугир командирҙары заявкалары буйынса ойошторолдо. Ылау махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иң кәрәкле әйберҙәрен үҙ эсенә ала. Ағас материалдары, генераторҙар, бензобысҡылар, юғары технологиялы ҡорамалдар, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, маскировка һәм рабица селтәрҙәре, 20 тоннанан ашыу эсәр һыу...

Илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусыларға республиканың профсоюздар хәрәкәте лә әүҙем ярҙам итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып улар тарафынан 140 миллион һумлыҡ гуманитар ярҙам күрһәтелгән.150-се гуманитар ылауҙы оҙатып барыусыларҙы Бшҡортостандың профсоюздар Федерацияһы Советы рәйесе Гүзәл Мирошниченко тәбрикләне. Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап изге сәфәргә сығыусыларҙың хәрбиҙәргә Башҡортостан сәләмен еткереп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Башҡоротостандан алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау 150-се тапҡыр оҙатыла. Был гуманитар ярҙам республика етәкселегенән алып, төрлө ойошмаларҙа, ведомстволарҙа эшләүселәр һәм ирекмәндәрҙең илебеҙҙе нацистарҙан яҡлап Ватан һағына баҫҡан һалдаттарға хөрмәт һәм ихтирам билдәһе.

150-се гуманитар конвойҙа бөтәһе 18 автомобль. Уларҙың 4-һе «Урал» машиналары. Улар бөтәһе лә дронға ҡаршы ҡорамал менән йыһазландырылған. Бынан тыш мотоциклдар, тәгәрмәсле носилкалар хәрбиҙәргә алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ