«Саптар» хореография студияһына – 10 йыл

«Торатау» Конгресс-холында Радик Бакиров етәкселегендә «Саптар» өлгөлө хореография студияһының - 10 йыллығы уңайынан юбилей концерты уҙҙы.

Бынан тиҫтә йыл элек ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан коллективтың йөрәге Баймаҡ ҡалаһында. Саптар»ҙар баш ҡалала үҙҙҙәренең сағыу, халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған номерҙары менән сығыш яһаны. Хореография өлкәһендә көслө һәм үҫешкән мәктәптә балалар бәләкәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. «Саптар» ҙарҙың һәр сығышына тәрән мәғәнә һалынған. Тамашасылар милли нағыштар менән биҙәлгән сәхнә кейемдәрендә сығыш яһаусыларҙы көслө алҡыштарға күмде.

«Саптар»ҙар халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Улар Мәскәүҙә беренсе дәрәжә лауреат дипломын, Санкт-Петербургта, Сочиҙа, Туапсиҙа, Ҡазанда үткән ижади конкурстарҙа Гран-при яулаған. Ижади коллектив йыл һайын тыуған ҡалаһында 250-нән ашыу бала ҡатнашлығында отчет концертын күрһәтә. Баймаҡтан тыш, «Саптар» хореография студияһының филиалдары республиканың ике ҡалаһында Сибайҙа һәм Өфөлә эшләй. Малай-ҡыҙҙар өсөн донъя халыҡтары бейеүҙәрен өйрәнеү башҡа илдәр һәм төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең мәҙәните менән танышырға ярҙам итә. Ә яҡшы физик һәм рухи әҙерлек, оҙайлы репетициялар ҙур сәхнәләрҙә йөҙәрләгән бейеү коллективтары алдында үҙҙәрен иң шәп бейеүселәр итеп танытырға ярҙам итә. Бейеү аша үҫмерҙәр донъяны танып белә, төрлө ҡалалар менән таныша, дуҫлыҡ ептәрен нығыта.

Волна
Акции БСТ