Өфөлә «Хәтер нотаһы» исеме аҫтында музыкаль кисә үтте

Хәйриә сараһы бөгөн илдә билдәләнгән Эшҡыуарлыҡ көнөнә бәйле ойошторолдо. Сираттағы осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына ла арналды. Яугирҙар кисәгә махсус саҡырылғайны. Улар араһында эшҡыуарлыҡ эшен алып барғандар ҙа байтаҡ. Тамашасылар алдында ир-егеттәр үҙҙәренең һәләтен дә һынап ҡараны. Музыкаль кисәлә рухи-илһөйәрлек йырҙары яңғыраны, тармаҡ үҫеше, ил иҡтисадын күтәреү, алғы һыҙыҡҡа ярҙам итеү кеүек мәсьәләләр барланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ