Шәфҡәт туташтары эштә лә, ярышта ла һынатмай. Баймаҡ районының Граф күле буйында профсоюз ойошмаһы хәрәкәте Сибай округының медицина хеҙмәткәрҙәре араһында «Беҙҙең дәүер геройҙары» исемле ярыш ойошторҙо. Һөнәр оҫталары хаҡында киләһе яҙмала.
Аҡъяр, Баймаҡ, Йылайыр райондарының һәм Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаларында кеше һаулығы һағында тороусы шәфҡәт туташтары үҙ-ара һөнәри оҫталыҡта ярышты.
Командалар иң беренсе визит карточкаһы менән сығыш яһаны, спорт уйындарында ҡатнашты, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте. Командаларҙың капитандары ла һынатманы, аҡ халатлылар яралыларҙы «бәйләне», башҡа һөнәри оҫталыҡтарын да күрһәтте. Һәр ҡатнашыусы өсөн был көн тәьҫораттарға бай булды.
«Беҙҙең заман Геройҙары» ярышы йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы командаһы яуланы, Көмөш миҙалды Баймаҡ һәм Йылайыр командалары бүлеште, ә почетлы өсөнсө урынды Аҡъярҙар яуланы. Шуныһы ҡыуаныслы, медицина хеҙмәткәрҙәре эштә лә һынатмай, төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Раушания Рәхимова



