Миҙгел асылған ваҡыттан алып Өфөлә электр самокаттарын ҡуртымға биреүсе ике сервис ойошмаһы 12 меңләп ҡулланыусының аккаунтын япҡан. Уларҙың 70 проценты парковка урындарын дөрөҫ файҙаланмауға бәйле. Шулай уҡ ҡағиҙә боҙоуҙарға бер самокатта ике, хатта өсәр кешегә тиклем йөрөүҙәр ҙә инә. Ошоно күҙ уңында тотоп ҡала урамдарында ғына түгел, мәғариф учреждениеларында ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында иҫкәртеү саралары үтә.
Уҙған йылдарҙан айырмалы самокатҡа бәйле йәрәхәтләнеүселәр быйыл кәмерәк. Быға йыл башынан ғәмәлгә ингән ҡағиҙәләр ҙә йоғонто яһаған. Шулай ҙа йәйгеһен статистиканың үҙгәреүе лә ихтимал. Белгестәр халыҡты уяу булырға саҡыра.



