Һуңғы ҡыңғырау көнөндә алкоголь һатыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, закон боҙоусы кибеттәр асыҡланды. Өфөнөң Дим районындағы магазиндарҙың береһендә хеҙмәткәр һис бер тартыныуһыҙ алкоголле эсемлектәр һата. Рейд ойоштороусылар полиция саҡырта һәм ҡағиҙә боҙоу тураһында протокол төҙөлә. Тикшереү барышында Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының спиртлы эсемлектәр һатыуға биргән рөхсәт ҡағыҙының мөҙҙәте үтеүе лә асыҡланған. Баш ҡала үҙәгендә дөйөм туҡланыу учреждениеһы статусы булған кибеттең дә тейешле шарттары булмауы асыҡланған.



