Дәүләт Думаһы Башҡортостан тәҡдим иткән закон проектын хупланы

Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты Башҡортостандағы коллегаларының яҡын туғандар араһында күсемһеҙ милек бүләк итеү тураһында килешеү төҙөгәндә нотариус хеҙмәттәренә ташлама биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын хупланы. Документ май аҙағына тиклем беренсе уҡыуҙы үтер тип көтөлә.

Депутаттар әйтеүенсә, быйыл граждандар кодексына үҙгәрештәр индерелеү менән күсемһеҙ милек бүләк итеү килешеүҙәрен нотариаль раҫлау тәртибе ҡабул ителде. Республика парламенты бүләк итеү килешеүе яҡын туғандар араһында төҙөлгән осраҡта был хеҙмәттәргә ташлама булыуы мөһим тип иҫәпләй. Әле нотариусҡа уртаса 25-30 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Закон проектына ярашлы , 50 процент ташлама яһау ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ