Ул «Көньяҡ» сауҙа комплексында урынлашҡан, халыҡ уңайлығы өсөн эш ваҡыты ла оҙонайтылған. Һөт ризыҡтарын таратыу буйынса айырым көндәр билдәләнгән. Ярҙам алыусылар исемлегендә йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, етем балалар һәм опекала булғандар ҙа бар. Шулай уҡ продукцияны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә ала. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылдан алып республикала йәшәгән 100 меңдән ашыу кеше «Һөт кухняһы» продукцияһы менән бушлай тәьмин ителгән.
2019 йылда республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән район-ҡалаларҙа Һөт кухнялары тергеҙелә башлағайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөт продукцияһын етештереү буйынса ете производство майҙансығы төҙөлдө, 131 таратыу пункты булдырылды. Халыҡ һорауы буйынса уларҙың бер өлөшө сауҙа үҙәктәре, дарыухана, поликлиникаларҙа ойошторолған, шулай уҡ райондарҙа мобиль таратыу пункттары ла уңышлы эшләй.



