Әбйәлил районында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм ҡабул итеү көнө үтте

Асҡар, Ташбулат һәм Буранғол ауылдарында 120-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар, башлыса, социаль ярҙам сараларына, төҙөлөш өсөн ер участкаһы биреү, льготалы ипотека һәм төбәк түләүҙәре алыу, торлаҡты ремонтлау һәм башҡа һорауҙарға ҡағылды. Ошо уҡ майҙансыҡтарҙа һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары өсөн өҫтәл артында ултырып һөйләшеү ойошторолдо. Әбйәлил районы үҙәгендә «Ватанды Һаҡлаусылар»фонды филиалы социаль координаторҙарының яңы офисы асылды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ