Өфөлә Бөтә Рәсәй «Медиа-ынтылыш» йәштәр проектының финал этабы асылды

Конкурс сиктәрендә республика буйынса һайлап алынған 15 иң көслө команда араһында еңеүсе билдәләнәсәк. Балалар араһында медиа-тармаҡ белгестәрен әҙерләү өсөн ойошторолған проектта ике мең кешенән 120 кеше бәйгенең финалына сыҡты. Еңеүсе команда Башҡортостан данын августа Мәскәүҙә проекттың бөтә Рәсәй этабы финалында яҡлаясаҡ. Медиа-ынтылыш ярҙамында балалар журналист, режиссер, оператор, продюсер, монтажер кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштереп видеоконтент һәм заманса презентация әҙерләргә өйрәнә. Еңеүсе командаларға бүләккә аҡсалата приздар һәм техника ҡаралған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ