Арт-квадрат асылыуға 8 йыл. Өфө үҙәгендәге ижади киңлек үҙенең тыуған көнөн бик сағыу билдәләне. Байрам саралары ике көн дауам итте. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Арт-квадраттың тыуған көнө карнавал-шоу, спектаклдәр һәм мюзиклдар, утлы шоу һәм аниме-фестиваль менән иҫтә ҡалды. Ҡунаҡтар спорт ярыштарында ҡатнашты һәм билдәле артистарға трибьют тыңланы. Тәүге тапҡыр» Кадышоу « уҙғарылды. Йәштәр Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Кадышеваның йырҙарын һәм башҡа хиттарҙы башҡарҙы



