Милли биҙәкле фитнес-ретрит. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде. Фитнес-ретритта ҡатнашыусылар спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡланыу серҙәрен өйрәнә һәм «Аҡбуҙат»ипподромында өйрәтелгән аттар янында фотоға төшөп зауыҡлы итеп ваҡыт үткәрә ала. Ентеклеберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Тәбиғәт ҡосағында сабыш атында һыбай йөрөү гүзәл заттар өсөн ауыр һынау түгел. Сөнки башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән һыбай йөрөгән, хатта хәләл ефеттәре менән бергә дошманға ҡаршы яу сапҡан. Аттарға һөйөү уларҙа генетик хәтер аша быуындан-быуынға күсеп килә. Тәжрибәле тренер ярҙамында төбиғәткә яҡынайыу процессы шыма һәм хәүефһеҙ уҙҙы.
Фитнесс-ретрит барышында ҡатын-ҡыҙҙар спорт менән шөғөлләнде. Ҡыҙҙар ҡурҡмайынса ҡаҙаҡ өҫтөнә баҫты, һаулыҡ һәм психология буйынса ҡыҙыҡлы лекциялар тыңланы. Сара барышында уҡтан сәпкә атып, мәргәнлектәрен дә һынап ҡараны. Баш ҡала шарттарында ял итеү өсөн был урын һис тә осраҡлы һайланмаған.
Тәбиғәт шарттарында ял итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар уҡ атыу һәм һыбай йөрөгәндәрен фотола һәм видеояҙмаларҙа сағылдырҙы.
Сәхрәлә ойошторолған ялда декреттағы әсәйҙәр ҙә ҡатнашты. Урмандағы ял минуттары уларҙы көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырып, йәшәүгә көс һәм дәрт өҫтәгән.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа ярҙамында бер-береһен күптән белгән яҡшы дуҫтарға әүерелде.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең:»Яҡшы аттар менән затлы ҡатындар бер ҡамырҙан» тигән алтын һүҙҙәре бар. Бөгөнгө фитнес-ретритта ҡатнашыусы гүзәл заттар үҙҙәрен затлы ҡатын һәм йәмғиәткә кәрәкле шәхес итеп тойҙо.
Гүзәл Борханова



