Һуңғы биш йылда республиканың агросәнәғәт предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме 40 процентҡа артҡан. Һөттө 6,5 процентҡа күберәк һауа башлағанбыҙ тине Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһап. Ил баш ҡалаһында үткән кәңәшмәлә хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, ауыл хужалығы министры Оксана Лут, федераль һәм төбәк власы вәкилдәре ҡатнашты.
Тармаҡтың үткән йылдағы эшмәкәрлегенә видеобәйләнеш аша Михаил Мишустин да баһа бирҙе. Хөкүмәт рәйесе әйтеүенсә, дәүләт башлығы 2030 йылға тиклем агросәнәғәт комплексы етештереңе күләмен дүрттән бер өлөшкә арттырыу бурысы ҡуйҙы. Экспорт иһә бер ярымға артыуы шарт. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге ҡайһы бер позициялар буйынса тулыһынса тәьмин ителһә лә өлгәшелмәгән күрһәткестәр бар, тине Михаил Мишустин. Радий Хәбиров үҙ сығышында Башҡортостан был йәһәттән ҡеүәтле төбәк булдыуын белдерҙе. Республика байтаҡ позицияларҙа алдынғы урынды һаҡлап ҡала. Ауыр һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, былтыр агросәнәғәт продукцияһы етештереүе 14,2 процентҡа артҡан. Ауыл хужалығына йүнәлтелгән федераль аҡсалар былтырғынан бер миллиард һумдан ашыуға артып 4 миллиард ике йөҙ миллион һумға еткән.
Төбәк башлығы 2030 йылға тиклем 30 һөтсөлөк комплексы төҙөләсәге һәм модернизацияланыуын әйтте. Радий Хәбиров республикалағы үҫемлекселек, селекция һәм генетикалағы ҡаҙаншытар менән дә таныштырҙы. Шулай уҡ ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек тураһында ла бәйән итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала агросәнәғәт өлкәһенә кадрҙар әҙерләү өҫтөнлөклө мәсьәлә.



