Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды

Осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ярҙамы штабында үтте. Унда Ишембай районынын сыҡҡан, әлеге ваҡытта баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар, урындағы совет депутаттары ҡатнашты.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Ишембайҙағы йәмәғәт киңлектәренең береһе - Блохин исемендәге сквер стела өсөн иң уңайлы урын тип һайланды. Стела Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай районы халҡының ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ҡуйыла. Проект скульпторы Денис Стретович. Монумент тыл хеҙмәтсәндәре, инженерҙар һәм ауыл халҡы һынландырылған мозаика менән биҙәләсәк. Шулай уҡ Ишембай гербы һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был исемде биреү тураһындағы указы һынландырыла. Стеланы тантаналы асыу киләһе йылға планлаштырылған.

Волна
Акции БСТ