Ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡтар өсөн айырым контейнер ҡаралған. Баҡсасылыҡ ҡалдыҡтары дөйөм урналарҙа ҡалдырылырға тейеш түгел. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы экологик мәсьәләләргә йәмәғәт контроле һәм мониторинг буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы. Осрашыуҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше темаһы күтәрелде.
Яҙ-көҙ миҙгелдәрендә айырыуса баҡсасылар ширҡәттәрендә ағас ботаҡтары күпләп йыйылып, контейнер майҙансыҡтары эргәһендә ҡалдырыла. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡтан таҙартылмаған сүп өйөмдәренә бәйле мөрәжәғәттәр килә. Әммә үҫемлек, ағас ботаҡтары ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡарамай, улар өсөн айырым тәғәйенләнештәге урындар бүленергә тейеш. Шулай уҡ ултырышта проблеманы хәл итеү маҡсатында ағас эшкәртеү производствоһын йәнләндереү тәҡдиме лә яңғыраны. Республикала уңышлы миҫалдар бар.



