Республикала «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы тәҡдим ителде

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Унда төбәктең район муниципалитеттары һәм ҡала округтары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш «БашТәржемә» платформаһы мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙән башланды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Рус теләнән башҡортсаға сифатлы тәржемәне хәҙер автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында эшләргә мөмкин. БашТәржемә платформаһы киң тамашасыға тәҡдим ителде. Унда теләгән кеше, шул иҫәптән дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Төп маҡсат - алтаҡталарҙа һәм рәсми документтарҙа осраған хаталарҙы бөтөрөү.

Ҡануниәткә ярашлы, Башҡортостанда ике дәүләт теле. Башҡорт һәм рус телдәре бер кимәлдә тигеҙ ҡулланылырға тейеш. Шуға күрә алтаҡталарҙа осраған хаталар закон боҙоу тип һанала. Яһалма интеллект ярҙамында төрлө сайттарҙа тәржемә итеү күпселек осраҡтарҙа әҙәби нормаларға тап килмәй. « БашТәржемә»лә сифат өсөн белгестәр яуаплы.

Ә инде республика урамдарында күптән эленеп торған хаталы яҙыуҙарҙы махсус чат-ботҡа хәбәр итергә мөмкин. Ярты йыл эсендә виртуаль ярҙамсыға 50-гә яҡын мөрәжәғәт килгән.

«Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышында район һәм ҡала округтары вәкилдәре ҡатнашты. Уларға урында «БашТәржемә» платформаһы мөмкинлектәре тураһында һөйләү бурысы йөкмәтелде. Шулай уҡ ҡануниәттең үтәлеше тураһында

Нефтекама ҡалаһы һәм Өфө районы хакимиәте сығыш яһаны.

Республика йөҙөн хаталарҙан таҙарыу Хөкүмәт тарафынан комплекслы алып барыла. Шулай ҙа тик битараф булмаған граждандар булғанда ғына был мәсьәлә хәл ителәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ