Сығарылыш синыфы уҡыусылары математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы

Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылар математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Был предмет буйынса профилле кимәлде һайларға ла, база нигеҙен бирергә лә мөмкин. Балаларҙың күбеһе , йәғни 17 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһының 9 меңгә яҡыны профилле йүнәлеште һайлаған. Башҡортостанда имтихан биреү 164 мәктәптә ойошторолған. Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгендә берҙәм дәүләт имтиханын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова күҙәтте.

Уҡыусылар белем усағына төркөмдәргә бүленеп, металл эҙләү ҡоролмаһы аша тикшерелеп, документтар менән генә индерелә. Ҡулдарында ручка һәм һыу. Үҙҙәре менән шоколад алғандар ҙа бар. Бөгөн иң ҙур байлыҡ - баштағы белем, ти улар.

Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәге берҙәм дәүләт имтиханын тәүге тапҡыр ҡабул итә. Әҙерлек алдан уҡ башланған, кабинеттар техник яҡтан йыһазландырылған, күҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған.

Профилле математика буйынса имтиханға 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә, база кимәленең ваҡыты әҙерәк, 180 минут. Педагогтар әйтеүенсә, мәсьәләләр йыл һайын ҡатмарлы ғына була. Әммә уҡытыусылар балаларҙың белеменә, һынатмаҫтарына ышана.

Киләһе имтихан 30 майҙа рус теленән. Шулай уҡ июндең 16-нан 23-нә тиклем резерв көндәр билдәләнгән. Был осорҙа бөтә фәндәр буйынса ла имтихан тапшырырға мөмкин.

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханын 17 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы тапшыра. Балалар өҫтөнлөк биргән төп предмет-профилле математика, икенсе урында йәмғиәтте өйрәнеү, өсөнсөлә информатика килә. Һөҙөмтә менән килешмәгән осраҡта бер предмет буйынса имтиханды 3 йәки 4 июлдә яңынан бирергә мөмкин. Был яңылыҡ былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан индерелгәйне.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ